Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 2:21 - Инжил

21 Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге әмерҙән кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге бойороҡтан кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 2:21
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, ләкин һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.


Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер булмаған һәм уның ихтыярынса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр.


Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ.


– Әгәр һеҙ ысынлап та һуҡыр булһағыҙ, гонаһлы булмаҫ инегеҙ. Ә һеҙ, күрәбеҙ, тиһегеҙ, тимәк, гонаһығыҙ үҙегеҙҙә ҡала, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.


Әммә ҡанун үҙе – изге, әмер ҙә шулай уҡ изге лә, ғәҙел дә, яҡшы ла.


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


сөнки Ғайса Мәсих исеменән ниндәй бойороҡтар биреүебеҙҙе беләһегеҙ.


Раббыбыҙ килгәнгә тиклем был әмергә тоғро бул һәм дөрөҫ итеп тот.


Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай.


Шулай итеп, кем дә кем яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә эшләмәй, ул гонаһ ҡыла.


Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең дөйөм ҡотолоуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, бүтән нәмәләр тураһында үтенеп яҙыуҙы кәрәк таптым: Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ