Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 2:19 - Инжил

19 Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, сөнки кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 2:19
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. –


Шаҡшы рухлы кеше бағымсыларға ташланды һәм, уларҙы бик ныҡ итеп туҡмағас, тегеләр ул йорттан яраланған һәм кейемдәре йыртылған хәлдә сығып ҡасты.


Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡҡа дусар итмәгеҙ.


Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, әммә һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.


шулай иткәндә, улар иҫкә килеп үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Ирекле кешеләр булараҡ, ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ,


Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе.


Был кешеләр, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеү аша донъяның аҙғынлыҡтарынан арынғас, ҡабат шулар тарафынан сырмап алынған һәм еңелгән. Шуға күрә уларҙың һуңғы хәле элеккеһенән яманыраҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ