Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 2:18 - Инжил

18 Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килгәндәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 2:18
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул тағы ла күберәк һүҙҙәр менән уларҙы киҫәтеп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.


Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт сихырсылыҡ ҡылып Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Симон исемле берәү бар ине.


Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтөн нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла Йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


Ерҙә саҡта һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, ә һуйылыу көнөгөҙ килеүгә үҙегеҙҙе һимерттегеҙ.


Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе.


Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан.


Күптәр уларҙың аҙғынлығына эйәрер, һәм уларҙың шул эштәре арҡаһында хәҡиҡәт юлы хурланыр.


Был кешеләр, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеү аша донъяның аҙғынлыҡтарынан арынғас, ҡабат шулар тарафынан сырмап алынған һәм еңелгән. Шуға күрә уларҙың һуңғы хәле элеккеһенән яманыраҡ.


Ә тәҡүә Лотты уның эргәһендә хөкөм һөргән Содом кешеләренең аҙғынлығынан ҡотҡарған.


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, был турала алдан уҡ белеп һаҡ булығыҙ. Әхлаҡһыҙ кешеләргә үҙегеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Юҡһа үҙегеҙ торған ныҡлы нигеҙҙән ҡолап төшөр һөгөҙ.


Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.


Аҙаҡ мин ерҙән сығыусы икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар ине һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ