7 Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ.
Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.
Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.
Был сифаттарҙың бөтөнөһөнә лә мөхәббәт өҫтәгеҙ, ул, барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк.
Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын.
Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ.
Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!
һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.
Ниһайәт, һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ.
Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше үлем хакимлығында тора.
Беҙ мөхәббәтте шулай танып белдек: Мәсих Үҙенең йәнен беҙҙең өсөн бирҙе. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ.
Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип әмер бирҙе.