15 Шуға күрә, мин арағыҙҙан киткәс тә, быларҙы һәр ваҡыт иҫкә алырһығыҙ, тип тырышам.
Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ уның менән килешергә тырыш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр. Һаҡсы иһә төрмәгә ябыр.
Мин һеҙҙең янығыҙҙа булғанда, шул турала һөйләгәнде хәтерләмәйһегеҙме ни?
Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр.
Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул хаҡ булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әлегә тиклем һөйләй.
Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрәсәкмен.