13 Әлегә, ерҙә йәшәгән сағымда, хәтерегеҙҙе яңыртып тороуҙы бурысым тип һанайым.
Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ.
Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.
Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм үлем мәленә тиклемге Мәсихкә оҡшарға,
Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер.
Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя.
Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрәсәкмен.
Беләм, тиҙҙән, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих миңә әйткәнсә, был донъянан китергә тура киләсәк бит.
Ҡәҙерлеләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам.