6 Наҡыҫ сәсеүсенең уңышты аҙ, мул сәсеүсенең күп алырын күҙ уңында тотам.
6 Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: наҡыҫ сәскән кеше уңышты аҙ алыр, ә мул сәскән күп алыр.
Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.
Арағыҙҙағы «Мин – Павелдыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кифаныҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.
Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелеп торҙо һәм Ул үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе булды!
Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар ҡатынһыҙ кеүек,
Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер.
Шуға күрә имандаштарҙан янығыҙға алдан уҡ барыуҙарын һәм килеүемә күптән вәғәҙә иткән иғәнәгеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк йыйыласаҡ.
Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай.
Һеҙгә әйтәм: Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәт теләктәренә бирешмәҫһегеҙ.
Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.
Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм.
Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.