Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 9:2 - Инжил

2 сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаияла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаяла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», – тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 9:2
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым.


сөнки Македония менән Ахаиялағы берҙәмлектәр Иерусалимдағы имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


Шулай итеп, уның алдында һеҙҙе күпмелер маҡтағанмын икән, мин оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Тит алдында маҡтаныуыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты.


Мин һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшәм, һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.


Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: һеҙ былтыр уҡ изгелекле эш башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, хатта үҙ теләгегеҙ менән хәйер йыйҙығыҙ.


Шул уҡ эште хәҙер ҙә атҡарып сығығыҙ. Эшегеҙгә бик теләп тотонған кеүек, хәлегеҙгә күрә шундай уҡ тырышлыҡ менән атҡарып сығығыҙ.


Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.


Шулай итеп, мөхәббәтегеҙҙе һәм һеҙҙең менән маҡтаныуыбыҙҙың ғәҙел икәнен уларға берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ.


Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм.


Шулай итеп, һеҙ Македония һәм Ахаия өлкәләрендә йәшәүсе бөтөн иман тотоусыларға өлгө булдығыҙ.


Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ