1 Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр,
1 Асылда, изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр,
Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни?
Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым.
Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың ҡәҙерлеләре булып ҡала.
Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.
Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Иерусалимдағы имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.
Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырыштым.
Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.
Был хәлдәрҙең ҡасан һәм ҡайһы ваҡытта буласағы тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, имандаштар,
Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтөнөһөн дә өйрәтә, һәм Уның өйрәткәндәре хәҡиҡи, ялған түгел. Рух һеҙгә өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.