Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 8:23 - Инжил

23 Титҡа килгәндә иһә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Титусҡа килгәндә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 8:23
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай уҡ Симондың иптәштәре – Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъяның да ҡото алынған. Ғайса Симонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тигән.


Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырған. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙған.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, ебәрелгән кеше лә үҙен ебәреүсенән ҙур түгел.


Шулай итеп, ир кеше Алла һыны һәм Алла данының сағылышы булғанға күрә, башына кейергә тейеш түгел. Ә ҡатында ирҙең даны сағыла,


Мин Титтың янығыҙға барыуын үтендем һәм уның менән бер имандашыбыҙҙы ебәрҙем. Тит һеҙҙе файҙаландымы әллә? Беҙ бер үк рух менән эш иттек түгелме ни? Бер үк юлда йөрөмәнекме?


Әммә, Титтың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.


Һеҙҙең хаҡҡа Титтың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.


Уның менән бергә бөтөн берҙәмлектәрҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәне өсөн маҡталған тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ.


Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.


Улар менән бергә тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған һәм хәҙер, һеҙгә тулыһынса ышанып, тағы ла нығыраҡ тырыша.


Шуға күрә беҙ Титтан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек.


Мин мохтажлыҡ кисергәндә һеҙ ярҙамға ебәргән имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Епафродитты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Климент һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Епафрастан ишеттегеҙ. Ул Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.


Белеүегеҙсә, бынан алда Филипта ғазап сигеп мәсхәрә аша үтһәк тә, беҙ, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.


сөнки Димас был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап Фессалоникаға юлланды, Крискент – Галатияға, Тит Далматияға китте,


Ысын имандаш улым Титҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем.


Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп ихлас ҡабул ит.


һәм хеҙмәттәштәрем Марк, Аристарх, Димас һәм Лука һиңә сәләм әйтәләр.


Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ