Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 8:19 - Инжил

19 Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 8:19
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Павел һәм Варнаваға эйәртеп Антиохияға ебәрергә ҡарар ҡылды. Бының өсөн иман тотоусыларға етәкселек итеүсе Варсава тип тә аталған Йәһүҙәне һәм Силаны һайланылар,


Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы буйынса, бер нисә кешене һайларға һәм уларҙы һеҙҙең янға ебәрергә тигән фекергә килдек. Улар һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Варнава һәм Павел менән бергә барыр.


Ике ярҙамсыһын, Тимофей менән Ерасты Македонияға ебәреп, ул үҙе бер аҙ ваҡытҡа Асия өлкәһендә ҡалды.


Бөтөн ҡалала боларыш башланды. Павелдың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ынтылды.


Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.


Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ.


Беҙ быларҙың бөтөнөһөн дә һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.


Шул уҡ эште хәҙер ҙә атҡарып сығығыҙ. Эшегеҙгә бик теләп тотонған кеүек, хәлегеҙгә күрә шундай уҡ тырышлыҡ менән атҡарып сығығыҙ.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Хеҙмәтебеҙҙә шундай йомарт бүләктәр менән эш иткәнгә күрә, бер кем дә һүҙ әйтә алмаһын өсөн, һаҡ булырға тырышабыҙ.


сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаияла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.


Ул, һеҙ һәр ваҡыт кәрәк нәмәләрҙең барыһына ла эйә һәм бар изгелекле эштәрҙә йомарт булһын өсөн, һәр төрлө бүләктәрен мул итеп бирә ала.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ