16 Һеҙҙең хаҡҡа Титтың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.
16 Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.
Шулай итеп, мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла түгел, рәнйетелгән өсөн дә түгел, ә Алла алдында беҙҙең өсөн тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым.
Беҙҙе уның килеүе генә түгел, ә уның күңелен күтәреүегеҙ ҙә йыуатты. Ул мине һағыныуығыҙ, булып үткән хәлдәргә үкенеүегеҙ, мине яҡларға атлығып тороуығыҙ тураһында һөйләп, тағы ла нығыраҡ ҡыуандырҙы.
Титҡа килгәндә иһә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.
Шуға күрә беҙ Титтан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек.
Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ.
Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.
Сөнки Алла был ун мөгөҙгә Үҙенең ихтыярын үтәү теләген күңеленә һеңдергән, шуға күрә, Алла һүҙе тормошҡа ашҡанға тиклем, улар януарға батшалыҡ хакимлығын берҙәм бирә.