Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 7:3 - Инжил

3 Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 7:3
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ни өсөн шулай эшләйем һуң? Әллә һеҙҙе яратмағанғамы? Әммә һеҙҙе яратыуым Аллаға билдәле!


Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?


Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының емерергә түгел, ә нығытырға тип миңә биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.


Һеҙ үҙегеҙ – беҙҙең хатыбыҙ. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә яҙылған һәм уны бөтөн кешеләр таный һәм уҡый ала.


Шулай итеп, мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла түгел, рәнйетелгән өсөн дә түгел, ә Алла алдында беҙҙең өсөн тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым.


Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.


Һеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булғанлыҡтан, һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ