Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 7:15 - Инжил

15 Уны нисек ихтирам һәм тәрән хөрмәт менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да итәғәтлелеген иҫтә тотоп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Уны нисек ихтирам һәм тулҡынланыу менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да тыңлаусан булыуығыҙҙы хәтерләп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 7:15
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сәғәте еткәс, бала тыуҙырыусы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тыуҙырғас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота.


Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Павел менән Сила алдына йығылды.


Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем.


Һеҙгә мин теге хатты һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтөн нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы икәнен белеү өсөн яҙҙым.


Беҙҙең йөрәктәребеҙҙә һеҙҙең өсөн урын тар түгел, ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙ беҙҙең өсөн тар.


Ҡолдар, Мәсихкә итәғәтле булған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән итәғәтле булығыҙ.


Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.


Ҡәҙерлеләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, янығыҙҙа булмағанда ла һәр саҡ тыңланығыҙ. Хәҙер иһә, бигерәк тә үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.


Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм ҡәҙерлеләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ.


Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ.


Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ