Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 7:13 - Инжил

13 Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титтың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титустың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтәгеҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 7:13
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Шулай итеп, Алла насип итһә, мин янығыҙға ҡыуанып килермен һәм, һеҙҙең менән аралашып, көс туплай алырмын.


Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе хөрмәтләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.


Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.


Улар минең һәм һеҙҙең рухығыҙҙы тынысландырҙы, ундайҙарҙы хөрмәт итегеҙ.


унда имандашым Титты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым.


Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам.


Шулай итеп, уның алдында һеҙҙе күпмелер маҡтағанмын икән, мин оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Тит алдында маҡтаныуыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты.


Уны нисек ихтирам һәм тәрән хөрмәт менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да итәғәтлелеген иҫтә тотоп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.


Әммә, Титтың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.


Шуға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарып ебәрәм, уны яңынан күреп һеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ, минең дә ҡайғым кәмер.


Онисифор ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы.


Шулай, имандашым, Раббы хаҡына хәҙер инде мин дә һинең файҙаңды күрергә теләйем. Мәсих аша имандашым булараҡ, йөрәгемде сафландыр.


Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша сафланды.


Ниһайәт, һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ