Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 6:9 - Инжил

9 билдәһеҙ тип һанайҙар, шулай ҙа танылғанбыҙ; беҙгә даими рәүештә үлем янай, шулай ҙа, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирәләр, шулай ҙа үле түгелбеҙ;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 билдәһеҙ тип һанаһалар ҙа, танылғанбыҙ; һәр саҡ үлем янаһа ла, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирһәләр ҙә, үлтерелмәгәнбеҙ;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 6:9
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай бер көн ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре – эпикурсылар һәм стоиктар – Павел менән бәхәскә инде. Ул Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре: – Был тел биҫтәһе ни әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре: – Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште.


Хәлбуки, күреп-ишетеп йөрөйһөгөҙ, шул Павел, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип һөйләп, Ефеста ғына түгел, бөтөн Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы.


Улар үҙҙәренең диндәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында, Павел тере тип раҫлаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләшә инеләр.


Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппа батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем.


мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең өсөн үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, беҙҙе салырға тәғәйенләнгән һарыҡ кеүек күрәләр».


Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.


Мин көн һайын туранан-тура үлемдең күҙҙәренә ҡарайым. Имандаштар, был минең һеҙҙең менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә ғорурланыуым кеүек үк хаҡ.


Ә минең уйлауымса, Алла беҙҙе, Үҙенең илселәрен, үлемгә хөкөм ителгән кешеләр кеүек, аренала барған тамашаның аҙаҡҡы, тантаналы өлөшөнә ҡуйҙы. Беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша булып ҡалдыҡ.


Һөйләргә оҫта булмаһам да, белемгә эйәмен. Беҙ быны һеҙгә бар нәмәлә һәм бөтә яҡлап күрһәттек.


Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ