Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 6:16 - Инжил

16 Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – мәңге тере Алланың Йорто. Алла бит: «Улар араһында урынлашасаҡмын һәм йәшәйәсәкмен; уларҙың Аллаһы буласаҡмын, ә улар Минең халҡым буласаҡ», – тип әйткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 6:16
60 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һин – Мәсих, мәңге тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Симон Петр.


Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


кинәйә менән һүҙен дауам иткән: – Бер кем дә иҫке кейемгә яңы кейемдән йыртып алынған ямаулыҡ һалмай, юғиһә яңыһы ла әрәм була, иҫкеһенә лә яңы туҡыманан ямаулыҡ бармай.


Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең Һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ.


Тәнемде ашап, ҡанымды эскән кеше Миндә ҡала, Мин унда ҡалам.


Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


„Һеҙ Минең халҡым түгел“, – тип әйтелгән урында улар мәңге тере Алланың балалары тип аталырҙар».


Раббы кәсәһенән дә, ен кәсәһенән дә бер юлы эсә алмайһығыҙ. Раббының да, ендең дә табынында бер юлы ҡатнашыу мөмкин түгел.


Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙеке түгел. Быны белмәйһегеҙме ни?


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Раббының Рухы ярҙамында Алла торлағы булып төҙөләһегеҙ.


иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм нығынған хәлдә


әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған Тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла Йортонда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейешһең.


Һиңә ышанып тапшырылған яҡшылыҡты күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү ошо: Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һаласаҡмын, күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым буласаҡ.


Йәки Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү дәрәжәһенә етеп ярата», – тип юҡҡа әйтелгәнме ни?


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ.


Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була.


Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә Аллала.


Ефестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ