13 Һеҙгә балаларыма һөйләгән кеүек әйтәм: яуап итеп һеҙ ҙә үҙегеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ.
13 Һеҙгә балаларыма һөйләгән кеүек әйтәм: яуап итеп һеҙ ҙә йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ.
Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алғанығыҙға ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер.
Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүек булдым. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ.
Балаларым, һеҙҙең тормошоғоҙҙа Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм.
Атай кеше үҙ балаларына нисек булһа, беҙҙең дә һәр берегеҙгә ҡарата шулай булғанлығыбыҙҙы беләһегеҙ,
Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих.
Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ.
Балаларым, һеҙҙе һис кем алдамаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк хаҡ була.
Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр.