11 Коринфтағы имандаштарыбыҙ! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн киң асыҡ.
11 Коринҫостар! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн шар асыҡ.
Бынан һуң Павел Афинанан китте һәм Коринф ҡалаһына килде.
Ғибәҙәтхана башлығы Крисп иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Павелдың һөйләгәндәрен ишетеп, күп кенә коринфтар ҙа иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.
Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?
Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн.
Эй Галатияның аҡылһыҙ кешеләре! Һеҙҙең аңығыҙҙы кем сихырланы? Ғайса Мәсих күҙ алдығыҙҙа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған һымаҡ асыҡ баҫтырылғайны бит!
Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүек булдым. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ.
Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ.
Раббының һәр кемгә – ҡолға ла, ирекле кешегә лә эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер бирәсәген беләһегеҙ.
Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.
Һеҙ үҙегеҙ, Филипта йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым.
«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен.