Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 6:10 - Инжил

10 көйөндөрәләр, шулай ҙа һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлыбыҙ, шулай ҙа күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шулай ҙа бөтөн нәмәгә лә эйәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 6:10
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.


Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар.


Әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ, Әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.


Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрәсәкмен, күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.


Төн уртаһындараҡ Павел менән Сила доға ҡылды, Алланы данлап мәҙхиәләр йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.


Әммә Петр: – Минең алтын-көмөшөм юҡ, әммә нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса исеменән бойорам: тор һәм йөрөп кит! – тип,


Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр.


Әгәр уларҙың абыныуҙары донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Израиль халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме?


Йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы һәм өҙлөкһөҙ ғазап менән тулы.


Шул сәбәпле Ғайса Мәсих аша һеҙ Рух тарафынан бирелгән бөтөн һүҙҙә лә, белемдә лә байынығыҙ.


Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн.


Беҙ быларҙың бөтөнөһөн дә һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.


Әммә беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Данлы бөйөклөгөнөң байлығы менән кешенең күңелендә Үҙ Рухы аша нығынырға ҡеүәт бирһен,


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта үҙ йәнемде бирһәм дә, мин ҡыуанам һәм бөтөнөгөҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ!


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең, Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Мәсих һүҙе һеҙҙә муллыҡ менән урынлашһын, бер-берегеҙҙе бөтөн зирәклек менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр нәмәгә файҙалы, сөнки ул ысын тормош бирә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәрендә булғанды башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон.


Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ