7 Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит.
Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге, серле һүрәттәге кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә иһә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулы беләсәкмен.
Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.
Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.
Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.
Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы менән йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».
Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.
Имандаштарығыҙҙың донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы баҫығыҙ.