Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 5:21 - Инжил

21 Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 5:21
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Аллаһы Тәғәлә һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап биргән уға фәрештә. –


Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ.


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».


Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылды һәм аҡланыуыбыҙ хаҡына үленән терелтелде.


Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.


Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Баш Руханийыбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


Беҙгә тап шундай Баш Рухани кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


Мәсихтең кеше гонаһтарын алып китер өсөн килеүен һеҙ беләһегеҙ. Ә Уның Үҙендә гонаһ юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ