Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 5:19 - Инжил

19 Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы Хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 5:19
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр һәм ир бала табыр. Уға Еммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ.


Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар.


Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү.


Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, яуызлыҡ тотмай.


Алла бөтөн тулылығы менән Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ