Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 5:14 - Инжил

14 Бөтөн нәмәлә беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә, сөнки беҙ, бер Кеше бөтөнөһө өсөн үлгән икән, тимәк, бөтөнөһө лә үлде, тип ышанғанбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Бөтә нәмәлә беҙҙең менән Мәсих мөхәббәте идара итә, сөнки бер Кеше бөтәһе өсөн үлгән икән, тимәк, бөтәһе лә үлде, тип ышанғанбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 5:14
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.


Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – хәҙер табылды», – тип әйткән. Шунан улар күңел аса башлаған.


Был ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», – тигән.


Ләкин шәкерттәре: – Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалғандар. Ғайса өйгә ингән һәм улар менән бергә булған.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.


Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!


Сила менән Тимофей Македониянан килгәс, Павел бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Беҙ иһә беләбеҙ: ундай эштәрҙе ҡылыусыларға Алла хаҡлы хөкөмөн бирә.


Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була.


Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да ялғанлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, үлемдән тормошҡа күсерелгән булараҡ, үҙегеҙҙе Аллаға һәм ағзаларығыҙҙы хаҡлыҡ ҡоралы итеп Уға тапшырығыҙ.


Белеүебеҙсә, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмауыбыҙ өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды,


Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!


Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.


Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, израилдәр Мусаның йөҙөнә, хатта уның балҡып торған даны юғалып барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән,


Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, аҡланыуға килтереүсе хеҙмәте күпкә данлыраҡ.


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.


Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтөн гонаһтарыбыҙҙы кисереп, һеҙҙе Мәсих менән бергә терелтте.


сөнки һеҙ үлдегеҙ, ә яңы тормошоғоҙ Мәсих менән бергә Аллала йәшеренгән.


бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.


Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне йәшәһә лә, улар тереләй үле инде.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды, тик үлем кисереүе менән дан һәм хөрмәт тажына кейенгәйне.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ