Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 5:10 - Инжил

10 Сөнки тәндә ваҡытта яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, ҡылғандарыбыҙға күрә һәр береһе үҙенә тейеште алыу өсөн, бөтөнөбөҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 5:10
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Ғайса тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе.


Алла ғаләмдәге бар халыҡты ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөмдө Ул Үҙе билдәләгән Зат аша башҡарыр. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Павел.


Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ.


Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер иһә уны изге тормош өсөн хаҡлыҡҡа ҡол итеп тапшырығыҙ.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.


Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай.


Раббының һәр кемгә – ҡолға ла, ирекле кешегә лә эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер бирәсәген беләһегеҙ.


Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,


Улар тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итергә әҙер Аллаға яуап бирәсәктәр әле.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта уй-тойғоларымды һынап, Белеүсе булыуымды бөтөн берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ