Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 4:15 - Инжил

15 Беҙ быларҙың бөтөнөһөн дә һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Быларҙың бөтәһе лә һеҙҙең өсөн эшләнә. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 4:15
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына.


Бар нәмәнән азат булһам да, мөмкин тиклем күберәк кешене Мәсихкә килтереү өсөн, үҙемде бөтөнөһөнә ҡол иттем.


тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәрҙең доғаларына яуап итеп бирелгән мәрхәмәт бүләге хаҡына күптәр беҙҙең өсөн Аллаға рәхмәт уҡыр.


Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.


Һәм минең өсөн Алланы данлағандар.


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең, Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсих аша иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.


Шуға ла Алла тарафынан һайланып алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсих аша бирелгән мәңгелек дан менән ҡотолоу ала алһындар өсөн, барыһына ла түҙәм.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ