Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 3:7 - Инжил

7 Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, израилдәр Мусаның йөҙөнә, хатта уның балҡып торған даны юғалып барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, исраилдар Мусаның балҡып торған йөҙөнә, хатта был балҡыу юғала барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 3:7
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кәңәшмәлә ултырыусы бөтә кеше Стефанға текләп ҡараны. Уның йөҙө фәрештәнеке кеүек ине.


Мәсих иһә ҡанун ҡуйған маҡсатҡа өлгәште һәм Үҙенә инанған һәр кемде хаҡ тип иғлан итте.


Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай.


Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле әмер үлем алып килде.


Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым,


Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды.


Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ.


Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә мәңге тере Алланың Рухы менән, таш таҡталарға түгел, ә кеше күңеленең таҡталарына яҙылған.


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме?


Ә ҡанун талаптарына ғына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтөнөһөн дә теүәл үтәп бармаусы һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған.


Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә беҙгә бирелгән ҡанун тере итә алһа, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.


Һеҙ ҡағылырға мөмкин булған дөрләп янған тауға – шыр ҡараңғыға ла, дөм ҡараңғылыҡҡа ла, дауылға ла,


Әммә йортто төҙөүсе йорттоң үҙенә ҡарағанда күпмегә нығыраҡ хөрмәт ителһә, Ғайса Мусаға ҡарағанда шул тиклем юғарыраҡ данға лайыҡ тип һаналды.


Унда хуш еҫле сайыр төтәтә торған алтындан яһалған урын һәм алтын менән көпләнгән килешеү һандығы, манна һалынған алтын һауыт, Һарундың шытым ебәргән таяғы һәм килешеү әмерҙәре яҙылған таштаҡталар урынлаштырылғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ