Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 3:5 - Инжил

5 Был үҙебеҙҙән үҙебеҙ шулай һәләтле булғанға һәм нимәнелер үҙ иҫәбебеҙгә индергәндән түгел. Һәләтебеҙ Алланан килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 3:5
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Иерусалимда ҡалығыҙ.


Мин – йөҙөм һабағы, ә һеҙ – ботаҡтар. Кем Миндә йәшәй һәм Мин унда йәшәйем – шул ғына күп емеш бирер. Минән башҡа бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ.


Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,


Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе.


Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән теләп маҡтанам.


Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң?


Әммә беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.


Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра.


Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, яҡтылыҡтар Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтылыҡ күләгәгә әйләнмәйәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ