4 Алла алдында Мәсих аша бына шундай ышанысыбыҙ бар.
Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеүле тантаналы йөрөшөндә йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын.
Беҙ Мәсихкә инаныу аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ.
Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам.
Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахаия өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, өҫтәп нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ.