Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 3:17 - Инжил

17 Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 3:17
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә.


Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер, – тине.


Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм – тормош биреүсе Рухҡа эйә булды.


Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе.


Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡҡа дусар итмәгеҙ.


Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, әммә һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.


Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ