Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 3:14 - Инжил

14 Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки был бөркәнсек боронғо килешеү яҙмаларын уҡыған саҡтарында бөгөнгө көнгә тиклем уларҙың күңелендә асылмайынса ҡала. Ул Мәсих арҡылы ғына алып ташланасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки иҫке килешеү яҙмаларын уҡығанда уларҙың аҡылы шул бөркәнсек менән ябылған һымаҡ. Ул бөркәнсекте Мәсих кенә алып ташлаясаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 3:14
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап бирҙе Ғайса. –


– Йона улы Симон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кешеләр түгел, ә Минең Күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. –


Ә инде күҙең насар булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы!


«Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Мин, Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, донъяға яҡтылыҡ булып килдем.


Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.


Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ, – тинеләр.


Сөнки элек-электән Муса ҡануны һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханала уҡыла, – тине Яҡуб.


Унда Фиатир ҡалаһында ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатыусы, Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Раббы уның йөрәген Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлау өсөн асты.


Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.


Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.


Бөгөнгә тиклем, Муса ҡануны уҡылғанда, уларҙың күңелдәрендә бөркәнсек ята.


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.


Уларҙың, үҙһүҙле һәм бәғерһеҙ булғанлыҡтан, аңдары томаланған. Улар Алланы белмәй, белергә лә теләмәй һәм Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ