Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 3:1 - Инжил

1 Һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан маҡтап тәҡдим итергәме? Ҡайһы берәүҙәргә кәрәк булған кеүек, һеҙгә йәки һеҙҙән беҙгә хуплау хаттары кәрәкме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итергә тырышмайбыҙмы икән? Ҡайһы берәүҙәр кеүек, һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтаған хат килтерәйекме йә һеҙҙән һорап алайыҡмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 3:1
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аполлос Ахаияға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иман тотоусыларға күп ярҙам күрһәтте.


Һеҙгә Кенхрейҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы ҡыҙ имандашыбыҙ Фиваны тәҡдим итәм.


Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.


Янығыҙға килгәс, һеҙ һайлап ҡуйған кешеләрҙе, хәйерегеҙҙе тапшырыу өсөн, хат менән Иерусалимға ебәрермен.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Бәлки, Мәсих юлында меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һеҙ Ғайса Мәсих аша яңынан тыуҙығыҙ һәм мин, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, атайығыҙ булдым.


Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар.


Үҙ-үҙен маҡтаусы түгел, ә Раббы маҡтаған кеше генә Уның тарафынан хуплана.


Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам.


Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.


Һеҙ, моғайын, әле һаман алдығыҙҙа аҡланабыҙ тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Мәсихтеке булараҡ, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Алдығыҙҙа маҡтап, һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итмәйбеҙ, әммә йөрәктәрендә булған менән түгел, ә тыштан күренгән нәмәләр менән генә маҡтаныусыларға яуап бирә алыуығыҙ өсөн, беҙҙең менән маҡтанырға мөмкинлек бирәбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ