Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 2:3 - Инжил

3 Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 2:3
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Янығыҙға нисек барыуымды теләйһегеҙ? Таяҡ менәнме, әллә мөхәббәт һәм баҫалҡылыҡ менәнме?


Сәйәхәтем башында янығыҙға ошондай ышаныс менән барырға теләгәйнем. Шулай Алла фатихаһын һеҙгә ҡабатлап тапшырыр инем.


Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринфҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.


Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.


Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.


Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының емерергә түгел, ә нығытырға тип миңә биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.


Һеҙгә мин теге хатты һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтөн нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы икәнен белеү өсөн яҙҙым.


Шулай итеп, мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла түгел, рәнйетелгән өсөн дә түгел, ә Алла алдында беҙҙең өсөн тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым.


Һәр нәмәлә һеҙгә таяна алыуым өсөн ҡыуанам.


Әммә, Титтың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.


Шул хатым менән һеҙҙе көйөндөргәнемә үкенмәйем. Тәүҙә иһә, хатымдың һеҙҙе ваҡытлыса ғына булһа ла көйөндөргәнен күреп, үкенгәйнем,


Улар менән бергә тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған һәм хәҙер, һеҙгә тулыһынса ышанып, тағы ла нығыраҡ тырыша.


Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, хөкөмгә дусар ителер.


Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә.


Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ