8 Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, ә уның хаҡына ҡыла алабыҙ.
8 Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, тик уның хаҡына ғына ҡыла алабыҙ.
Ғайса иһә былай яуап бирҙе: – Тыймағыҙ уны. Минең исемем аша мөғжизәле эш ҡыла алған кеше тиҙ генә Миңә ҡарата яман һүҙ һөйләмәҫ.
Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам.
Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының емерергә түгел, ә нығытырға тип миңә биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.
Һеҙҙең бер ниндәй яман эш ҡылмауығыҙҙы һорап Аллаға доға ҡылабыҙ. Быны беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ.
Шуға күрә, беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.
Именей менән Искәндәр ҙә шундайҙарҙан, мин уларҙы, көфөр һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылып өйрәнһендәр өсөн, Иблис ҡулына тапшырҙым.