Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 12:9 - Инжил

9 Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән теләп маҡтанам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Минең ҡөҙрәтем көсһөҙлөктә камиллыҡҡа өлгәшә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән бик теләп маҡтанам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 12:9
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк.


Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем.


Маҡтанырға тура килһә, көсһөҙлөгөмдө күрһәтеүсе нәмәләр менән маҡтанырмын.


Маҡтаныуҙың файҙаһы булмаһа ла, маҡтанырға тура килә. Хәҙер Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар тураһында һөйләйем.


Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?


Ундай кеше менән маҡтанам, үҙем менән иһә, көсһөҙлөктәремдән башҡа бер ни менән дә маҡтана алмайым.


Данлы бөйөклөгөнөң байлығы менән кешенең күңелендә Үҙ Рухы аша нығынырға ҡеүәт бирһен,


Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам.


Бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр булыуығыҙ өсөн, Уның данының ҡөҙрәте менән нығытылырһығыҙ.


Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсих аша иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.


ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ