8 Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем.
Был һүҙҙәр өс тапҡыр ҡабатланғандан һуң бөтөнөһө йәнә күккә тартып алынды.
Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ аша әйтеп булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.