Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 12:20 - Инжил

20 Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, мин-минлек, яла яғыуҙар, ғәйбәт, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 12:20
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙың күңелдәре һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ, көнсөллөк, шулай уҡ кеше үлтереү, ыҙғыш-талаш, алдау, насар уйҙар менән тулы. Улар ғәйбәтселәр,


яла яғыусылар, Аллаға нәфрәтлеләр, холоҡһоҙҙар, маҡтансыҡтар, тәкәбберҙәр, яуызлыҡ тыуҙырыусылар, ата-әсәләргә ҡарата итәғәтһеҙҙәр,


үҙен генә хәстәрләп, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға иһә Алла Үҙ ярһыуын һәм асыуын төшөрәсәк.


Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем.


сөнки Алла тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә именлек Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек,


Ә һеҙ илар урынға маһайған булаһығыҙ. Ундай ҡылыҡлы кешене арағыҙҙан ҡыуырға кәрәк ине бит.


Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринфҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.


Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһе кеүек үҙ файҙалары өсөн йәшәүселәр тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм.


Һеҙ тулыһынса күндәмлек күрһәткәндән һуң, һәр баш бирмәүсене язаға тарттырырға әҙербеҙ.


Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.


Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә, элек ҡылған гонаһтарын ҡылыуҙарын дауам иткәндәргә лә, башҡаларҙың барыһына ла киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ һеҙҙе лә, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, йәлләмәйәсәкмен.


Шуға күрә был юлы минең килеүем һеҙҙең күңелегеҙҙе төшөрөргә тейеш түгел, тип ҡарар иттем.


Әгәр бер-берегеҙгә йыртҡыс хайуандар кеүек этләшеүегеҙҙе дауам итәһегеҙ икән, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!


Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең.


Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ташлағыҙ!


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


Улар, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана. Нәфселәрен ҡайғыртып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ