31 Раббыбыҙ Ғайсаның мәңге мөбәрәк Аллаһы һәм Атаһы белә: мин алдамайым.
Мин һәм Ата – бербеҙ.
– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».
Улар Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Булдырыусыға түгел, ә Ул булдырған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Булдырыусыға иһә мәңгегә дан булһын. Амин.
Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм.
Шулай итеп, һеҙ берҙәм рәүештә, бер һүҙҙән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһын һәм Атаһын данларһығыҙ.
Мәсихтеке булғанға күрә хәҡиҡәт һөйләйем, һөйләгәндәрем ялған түгел, был турала Изге Рух аша намыҫым раҫлай.
Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.
Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринфҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.
Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһына дан!
Ни өсөн шулай эшләйем һуң? Әллә һеҙҙе яратмағанғамы? Әммә һеҙҙе яратыуым Аллаға билдәле!
Алла ҡаршыһында әйтәм: яҙғандарым ялған түгел.
Беҙҙе Мәсих аша күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.
Шуға күрә мин Атабыҙ алдында тубыҡланып доға ҡылам.
Һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылғанда Аллаға, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһына, һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ,
Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып эш итмәнек. Алла Үҙе шаһит!
Мөбәрәк Алланың бөйөклөгө тураһында миңә ышанып тапшырылған Һөйөнөслө Хәбәрҙә был турала шулай тиелә.
Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.
Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, яҡын бара алмаҫлыҡ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы