Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 11:29 - Инжил

29 Берәү көсһөҙ булһа, уның янында мин дә көсһөҙ түгелме? Берәү гонаһҡа төшөрөлһә, уның өсөн асыу менән янмайыммы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Берәү көсһөҙ булһа, уның янында мин дә көсһөҙ түгелме? Берәү гонаһҡа төшһә, уның өсөн әрнеүҙән янмайыммы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 11:29
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле.


Шунда уның шәкерттәре Изге Яҙмала әйтелгән: «Мине Һинең Йортоңа булған мөхәббәт ғазап сиктерә», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ.


Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым.


Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе хөрмәтләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.


Аҡылһыҙ! Һин сәскән нәмә тәүҙә үлмәһә, яңы ғүмер яралмаясаҡ бит.


Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.


Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.


Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.


Шуға күрә, беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.


Ә мин уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кифаға: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Иезавель исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ