Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 11:28 - Инжил

28 Бынан тыш, көн һайын барлыҡ берҙәмлектәр хаҡында хәстәрлек күреүем мине баҫа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Бынан тыш, көн һайын иңемә барлыҡ берҙәмлектәр өсөн хәсрәт йөгө ята.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 11:28
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Павел Варнаваға, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте.


Унда бер аҙ ваҡыт торғас, Павел юлға сыҡты. Бөтә шәкерттәрҙе иманда нығытып, Галатия һәм Фригия аша үтте.


Шул ерҙәрҙән үткәндә, иман тотоусыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Павел Грецияла туҡталды.


Бөтә Йәһүҙиәлә, Галилеяла һәм Самарияла имандаштар берҙәмлеге өсөн тыныс замандар килде. Берҙәмлек нығынды, Раббыға ҡарата тәрән хөрмәт таралды һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Мин мәҙәниәтлеләр һәм вәхшиҙәр, зирәктәр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын.


Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандарҙың илсеһе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм.


йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Аллаға яраҡлы, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, рухани хеҙмәтен башҡарам.


Улар минең тормошом хаҡына ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтөн берҙәмлектәре лә рәхмәтле.


Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтөн берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.


Һеҙҙең һәм Лаодикиялағы имандаштар хаҡына, шулай уҡ мине йөҙгә белмәгәндәр хаҡына ниндәй көрәш алып барыуымды белеүегеҙҙе теләйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ