Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 11:25 - Инжил

25 Өс тапҡыр таяҡ менән туҡмалдым, бер тапҡыр таш менән бәргесләнеләр, өс тапҡыр карап һәләкәтенә осраным, бер тәүлекте асыҡ диңгеҙ уртаһында үткәрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Өс тапҡыр таяҡ менән туҡмалдым, бер тапҡыр таш менән бәргесләнеләр, өс тапҡыр карап һәләкәтенә осраным, бер тәүлекте асыҡ диңгеҙ уртаһында үткәрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 11:25
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.


Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр.


Антиохиянан һәм Икониянан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр, халыҡты илселәргә ҡаршы ҡотортоп, Павелға таш бәрә башланы һәм, үлде тип уйлап, уны ҡала ситенә сығарып ташланы.


Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне.


Шул уҡ сәғәттә, төндә, төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы. Шунда уҡ ул үҙе һәм өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне.


Ләкин Павел: – Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөмһөҙ туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине.


Ғәскәриҙәр башлығы Павелды нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо.


иманыңды һәм саф намыҫыңды һаҡла, сөнки ҡайһы берәүҙәр, намыҫ тигән төшөнсәне кире ҡағып, имандарын һәләк итте.


Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреләре ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ