24 Йәһүдтәрҙән биш тапҡыр утыҙ туғыҙар мәртәбә ҡамсы менән һуғылдым.
Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар.
Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.
Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер булмаған һәм уның ихтыярынса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр.