Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 11:23 - Инжил

23 Мәсих хеҙмәтселәреме? Былай тиеү аҡылһыҙлыҡ булһа ла әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Мәсих хеҙмәтселәреме? Әйткәнем аҡылһыҙлыҡ булып яңғыраһа ла, әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 11:23
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Антиохиянан һәм Икониянан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр, халыҡты илселәргә ҡаршы ҡотортоп, Павелға таш бәрә башланы һәм, үлде тип уйлап, уны ҡала ситенә сығарып ташланы.


Фәҡәт шуны беләм: бөтә ҡалаларҙа мине бығауҙар һәм хәсрәт көтә. Изге Рух шулай раҫлай.


Ул беҙҙең янға килеп, Павелдың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне. – Изге Рух: «Иерусалимдағы йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағәб.


Улар унда байтаҡ ҡына булғанлыҡтан, Фест батшаға Павелдың эшен тыңларға тәҡдим итте: – Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар.


Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Павелды һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Юлий атлы йөҙбашына тапшырҙылар.


Рим ҡалаһында Павелға һаҡ аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт ителде.


Ә Павел үҙе түләп торған өйҙә ике йыл буйы йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте.


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең өсөн үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, беҙҙе салырға тәғәйенләнгән һарыҡ кеүек күрәләр».


Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Кем ул Павел? Кем ул Аполлос? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ.


Шулай итеп, беҙҙе һәр береһе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын.


Беҙ әлегә тиклем асығабыҙ, һыуһайбыҙ, яланғасбыҙ, туҡмалабыҙ һәм урындан урынға күсенеп йөрөргә мәжбүрбеҙ, сөнки баш осонда ҡыйығыбыҙ юҡ.


Ә минең уйлауымса, Алла беҙҙе, Үҙенең илселәрен, үлемгә хөкөм ителгән кешеләр кеүек, аренала барған тамашаның аҙаҡҡы, тантаналы өлөшөнә ҡуйҙы. Беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша булып ҡалдыҡ.


Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ һуң! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтеке.


Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым.


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Эйе, фани тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ.


билдәһеҙ тип һанайҙар, шулай ҙа танылғанбыҙ; беҙгә даими рәүештә үлем янай, шулай ҙа, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирәләр, шулай ҙа үле түгелбеҙ;


Мине бер кем дә бүтәнсә бындай ҡайғыларға һалмаһын, сөнки мин тәнемдә Ғайсаға хеҙмәт итеүемдең билдәһе булған яра эҙҙәрен йөрөтәм.


Бына шуға күрә мин, Павел, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандар өсөн Ғайса Мәсих хаҡына тотҡон, Аллаға доға ҡылам.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Доғаларығыҙҙа мин тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына илселек итеп, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.


Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды.


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта үҙ йәнемде бирһәм дә, мин ҡыуанам һәм бөтөнөгөҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең, Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө менән бергә көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытыу, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимофейҙы һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың.


Онисифор ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы.


Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.


Ошо вәғәздәрем өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


Антиохияла, Иконияла, Листрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы!


башҡа берәү түгел, мин, Павел, оло кеше булараҡ, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсих хаҡына төрмәлә ултырыусы тотҡон, һиңә үтенес менән өндәшәм.


Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ