Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 11:2 - Инжил

2 Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 11:2
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.


Шуның кеүек һеҙ ҙә, имандаштарым, Аллаға файҙалы хеҙмәт итеү өсөн башҡа Берәүҙеке, йәғни үленән терелтелгән Мәсихтеке булырға, Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ.


Бәлки, Мәсих юлында меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һеҙ Ғайса Мәсих аша яңынан тыуҙығыҙ һәм мин, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, атайығыҙ булдым.


Сөнки Раббы Ғайсаны үленән терелткән Алланың беҙҙе лә Ғайса менән бергә терелтәсәген һәм һеҙҙең менән бергә Үҙенең алдына килтереп баҫтырасағын беләбеҙ.


Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.


Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.


Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан үҫтереп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә бар зирәклегебеҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ.


Атай кеше үҙ балаларына нисек булһа, беҙҙең дә һәр берегеҙгә ҡарата шулай булғанлығыбыҙҙы беләһегеҙ,


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ