19 Һеҙ, шундай аҡыллы кешеләр, аҡылһыҙҙарға ҙур теләк менән түҙемлек күрһәтәһегеҙ.
19 Һеҙ бит бик аҡыллы кешеләр һәм ахмаҡтарға теләп түҙемлек күрһәтәһегеҙ.
Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, һүҙҙәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ.
Беҙ Мәсих хаҡына иҫәр, һеҙ иһә Мәсихкә иманығыҙ арҡаһында аҡыллы. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар.
Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтөнөбөҙҙөң дә белемебеҙ бар», тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.
Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың.
Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың.