17 Хәҙер әйтәсәк һүҙҙәремде Раббы ҡушыуы буйынса түгел, ә аҡылһыҙ кеше кеүек маҡтаныуым.
17 Хәҙер әйтәсәк һүҙҙәрем – Раббы ҡушыуы буйынса түгел, ә ахмаҡ кеүек маҡтаныуым.
Башҡаларға Раббы түгел, мин әйтәм: әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш.
Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым.
Быны мин әмер итеп түгел, ә мөмкинлек биреп әйтәм.
Бер аҙ аҡылһыҙ кеше кеүек һөйләргә рөхсәт итеп, миңә ҡарата түҙемле булһағыҙ ине! Эйе, миңә ҡарата түҙемле булығыҙ!
Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, беҙ был эштә – һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел – оятҡа ҡалырбыҙ.