Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Коринфтарға 10:18 - Инжил

18 Үҙ-үҙен маҡтаусы түгел, ә Раббы маҡтаған кеше генә Уның тарафынан хуплана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Коринфтарға 10:18
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.


Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.


– Израилдәр! – тип дауам итте һүҙен Петр. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте.


Бының менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана.


Мәсихкә тоғролоғо һыналған Апеллесҡа, Аристовул йортондағыларға сәләм еткерегеҙ.


Күңеле менән йәһүд булған ғына ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәккә үткән сөннәт кенә ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух аша ҡылына. Бындай йәһүдкә маҡтау кешеләрҙән түгел, ә Алланан килә.


Әлбиттә, һынауҙы кемегеҙҙең үтә алыуы асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың булыуы ла кәрәк.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.


Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар.


Һеҙҙең бер ниндәй яман эш ҡылмауығыҙҙы һорап Аллаға доға ҡылабыҙ. Быны беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ.


Һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан маҡтап тәҡдим итергәме? Ҡайһы берәүҙәргә кәрәк булған кеүек, һеҙгә йәки һеҙҙән беҙгә хуплау хаттары кәрәкме ни?


Алдығыҙҙа маҡтап, һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итмәйбеҙ, әммә йөрәктәрендә булған менән түгел, ә тыштан күренгән нәмәләр менән генә маҡтаныусыларға яуап бирә алыуығыҙ өсөн, беҙҙең менән маҡтанырға мөмкинлек бирәбеҙ.


Киреһенсә, бөтөн нәмәлә беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла,


Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр, хәҡиҡәт һүҙен тоғро өйрәтеүсе итеп күрһәтергә тырыш.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡлығын раҫлай. Алтын да бит утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡәҙерлерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ