18 Алла тоғролоғо хаҡ булған кеүек, һеҙгә тәүҙә «эйе», аҙаҡ иһә «юҡ» тип әйтмәйбеҙ.
18 Алла тоғролоғо хаҡ булған кеүек, һеҙгә тәүҙә «эйе», аҙаҡ «юҡ» тип әйтмәйбеҙ.
Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.
Һеҙҙең хаҡта күпте һөйләп, һеҙҙе хөкөм итә алыр инем. Әммә Мин донъяға бары тик Үҙемде Ебәреүсенән ишеткәнемде генә һөйләйем, ә Ул дөрөҫтө әйтә.
Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.
Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринфҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.
Раббыбыҙ Ғайсаның мәңге мөбәрәк Аллаһы һәм Атаһы белә: мин алдамайым.
Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.
намыҫта һәм намыҫһыҙлыҡта ла, ғәйбәт һәм абруй арҡылы ла. Беҙҙе алдаҡсы тип иҫәпләйҙәр, шулай ҙа беҙ хәҡиҡәткә таянабыҙ;
Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.
Лаодикиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:
Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти: