Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Яхъя 2:3 - Инжил

3 Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Яхъя 2:3
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хужам, Хужам», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?


– Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ.


Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.


Әмерҙәремде үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Аталар, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып беләһегеҙ. Егеттәр, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ Иблисте еңдегеҙ.


Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше үлем хакимлығында тора.


Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең хәҡиҡәткә ҡарауыбыҙҙы белербеҙ һәм йөрәктәребеҙҙе Алла ҡаршыһында тынысландыра алырбыҙ,


Мәсихтә йәшәүсе бер кем дә гонаһ ҡылмай. Гонаһ ҡылыусы иһә Мәсихте күрмәгән һәм Уны танымаған.


Беҙҙең Аллала булыуыбыҙҙы һәм Уның беҙҙә булыуын Уның беҙгә биргән Үҙ Рухынан беләбеҙ.


Ҡәҙерлеләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә. Һәр яратыусы Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.


Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ.


Беҙ Алла балаларын яратабыҙмы икәнде бына нисек беләбеҙ: Алланы яратабыҙ һәм Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ уларҙы яратабыҙ.


Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел,


Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм уның Алла әмерҙәрен үтәүсе, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биреүсе ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.


Бында Алла әмерен үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең түҙемле булыуы кәрәк.


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тереклек ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ