Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Тимофейға 4:3 - Инжил

3 Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты Алла булдырған, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар иһә уны рәхмәт менән ҡабул итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар рәхмәт менән ҡабул итһен өсөн, Алла булдырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Тимофейға 4:3
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла булдырған бөтөн нәмә яҡшы һәм, әгәр, рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел,


Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.


Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған да быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә.


Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен.


Ризыҡ беҙҙе Аллаға яҡынайтмай. Ашау менән бер нәмәгә лә өлгәшмәйбеҙ, ашамау менән дә бер нәмә лә юғалтмайбыҙ.


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


Шулай ҙа өйләнһәң дә гонаһ түгел. Ҡыҙ кеше лә, кейәүгә сыҡһа, гонаһ ҡылмаҫ. Әммә ундайҙарҙың был тормошо мәшәҡәтле булыр. Мин һеҙҙе бынан ҡурсаларға теләйем.


Бөтөн нәмәне ашаған ашамаусыға ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашаусыны хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Ул бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит.


Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә тән өсөн.


Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора.


ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Шулай тигәс, Павел икмәкте ҡулына алып, Аллаға шөкөрана ҡылды һәм һындырып ашай башланы.


Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны.


Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән.


Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.


Шуға күрә дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ